Өфөнөң 8 март урамындағы йорттарҙың береһендә үткән төндә янғын сыҡты

Өфөнөң 8 март урамындағы йорттарҙың береһендә үткән төндә янғын сыҡты 10.10.2015

Бер подъездлы йорттоң соланында сыҡҡан ут тиҙ арала барлыҡ фатирҙарҙың да ишеген ялмап ала. Бында йәшәүсе 24 кешенең 23 эвакуациялана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер кеше һәләк булды. Төтөндән ағыуланған 12 йәшлек ҡыҙ бала дауаханаға оҙатылған. Көтмәгәндә фатирһыҙ ҡалған кешеләргә ваҡытлыса торлаҡ тәҡдим ителгән. 8 март урамындағы 28/4-се йорт 1951 йылда төҙөлгән. Артабан уны ҡабаттан төҙөкләндереү мәсьәләһе ҡараласаҡ.

Миҙхәт Ғилметдинов, Өфөнөң Совет районы торлаҡ-коммуналь һәм төҙөлөш идаралығы етәксеһе: «Янғын сығыу версияларының береһе, урындағы халыҡ әйтеүенсә, ут төртөү. Барыһы ла тикшереү барышында асыҡланасаҡ. Ҡаза күреүселәргә ваҡытлыса йәшәр урын бар, әммә күптәр унда барыуҙан баш тарта».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку