Өфөлә янғындан «Ягуар» автомобиле зыян күргән 07.11.2014

Уның хужаһы төнгөлөккә машинаһын Октябрь проспектындағы йорт ихатаһында ҡалдырған.  

Төнгө икелә йортта йәшәүселәр машинанан ялҡын сығыуын күреп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған. Ҡотҡарыусылар уттың эргәләге  автомобилдәргә таралыуына юл ҡуймаған. «Ягуар» ҙың мотор өлөшө зыян күргән. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.
Башҡортостан буйынса Федераль янғын һүндереү хеҙмәте 22-се отрядының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был автопожар - аҙна эсендә өсөнсөһө. Уҙған ял көндәрендә генә баш ҡаланың Завод һәм Әхмәтов урамдарында механизмдар боҙоҡлоғо арҡаһында 14-се һәм 9-сы модель автомобилдәре янған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика