Өфөлә йәшәүсе ир салбарын ацетон ярҙамында таҙартҡан һәм ут сығарған

Өфөлә йәшәүсе ир салбарын ацетон ярҙамында таҙартҡан һәм ут сығарған 07.12.2015

Ул газ плитаһында кейемен шыйыҡса менән таптан таҙартырға уйлаған, һөҙөмтәлә ялҡын уның үҙенә һәм аш бүлмәһендәге йыһазға ҡапҡан. Үткән ял көндәрендә республика буйынса 23 янғын осрағы теркәлгән. Шишмә һәм Ҡыйғы райондарында  мейесте дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында  мунсаға ут тоҡана.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы  йылытыу приборҙары һәм мейестәр менән эш иткәндә һаҡ булырға саҡыра.

Әлиә Дәминова, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәткәре: «Мейесте ҡабыҙыр алдынан тәүҙә уның төҙөклөгөн, торбаның төтөндө тартыуын  тикшерергә кәрәк. Тиҙ яныусан шыйыҡсалар ярҙамында ут тоҡандырыуҙың күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку