Өфөлә йәшәүсе 32 йәшлек ир ҡулға алынды 06.10.2015

Ул баш ҡаланың Невский урамындағы торлаҡ йорт тәҙрәләренә травматик ҡоралдан атыуҙа ғәйепләнә. Ғәҙәттән тыш хәл, кисә киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә теркәлде. Бәхеткә, ғаилә был ваҡытта өйҙә булмай сыға. Ваҡиғала зыян күреүселәр юҡ.

Ғәйепләнеүсе ошо уҡ көндә зыян күреүсе йәшәгән йорт подъездында ҡулға алына. Фатир хужаһы әйтеүенсә, тәҙрәләргә атыусы уның элекке етәксеһе. Ай ярым элек эш хаҡын түләмәүҙәре сәбәпле, бригадаһы менән бергә эштән киткән. Марат Ғәләүетдинов әйтеүенсә, элекке етәксеһе һуңғы көндәрҙә күп тапҡырҙар янап  бурысын ҡайтарыуҙы һораған.
Максим Родионов, республика буйынса эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе : «Ҡулға алыныусы торлаҡтың өс тәҙрәһен ватыуҙа ғәйебен таныны. Был ҡылығын ул имеш, бурысты ҡайтармауы менән аңлата. Әлеге ваҡытта тикшереү бара. Уның һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика