Өфөлә «Уфанет» компанияһы етәксеһе Искәндәр Бәхтийәровҡа һөжүм иткәндәр

Өфөлә «Уфанет» компанияһы етәксеһе Искәндәр Бәхтийәровҡа һөжүм иткәндәр 06.11.2014

Бәләгә тарыусы әйтеүенсә, ваҡиға бөгөн иртән Менделеев урамындағы йорттарҙың береһе алдында теркәлгән. Был ваҡытта ир автомобиленең тәҙрәләрен боҙҙан таҙартып торған. Ошо мәлдә уға артан килеп ике егет ташланған.      

Күңелһеҙ хәл йорттарға ҡуйылған видеокүҙәтеү ҡоролмаһына эләккән. Йөҙҙәрен медицина маскалары менән йәшергән  был әҙәмдәр спорт костюмында булған.   Зыян күреүсе һүҙҙәренә ҡарағанда егеттәрҙе  аҡса ла, автомобиль дә ҡыҙыҡһындырмаған.  Искәндәр Бәхтийәров фаразлауынса,  һөжүм яуыз уй менән башҡарылған.        
Ваҡиғанан һуң ир   ғариза менән хоҡуҡ органдарына мөрәжәғәт иткән. Әле  тикшереү эше башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика