Өфөлә тимер юл буйында ергә нефть продукттары түгелгән

Өфөлә тимер юл буйында ергә нефть продукттары түгелгән 13.04.2017

Кисә Куйбышев тимер юлының Өфөләге «Черниковка - Көнсығыш» станцияһы янында нефть ҡалдыҡтары түгелеүе теркәлә. Өфөнөң 112-се ҡотҡарыусылар хеҙмәте бригадаһы тарафынан ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре бөтөрөлгән. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тирә-яҡ мөхиткә һәм  кешеләр сәләмәтлегенә зыян юҡ, тип хәбәр итә, ҡотҡарыусыларҙың матбуғат хеҙмәте.

Яна Калинина, «112-се ҡотҡарыу хеҙмәте»нең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: «Кисә киске сәғәт 7-се 20  минутта Бөрө трактында яр буйында ергә майлы шыйыҡса түгелеүе тураһында хәбәр килде. Беҙҙең бригада урынды таҙартып, сорбент менән эшкәртте. Әлегә нефть продукттарының ҡайҙан  килеп эләгеүе билдәһеҙ. Уның  яҡындағы тимер юлының  пар-йыуыу станцияһынан аҡҡан булыуы  ихтимал».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку