Өфөлә төҙөлөштә эшселәр һәләк булыу осрағы буйынса енәйәт эше асылды

Өфөлә төҙөлөштә  эшселәр һәләк булыу осрағы  буйынса енәйәт эше асылды 23.07.2015

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы ойошмала хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлмәүен билдәләй.

Ғәҙәттән тыш хәл кисә, баш ҡаланың Затон биҫтәһендә теркәлде. Шмидт урамындағы яңы йорттоң фасадын биҙәгәндә 5 эшсе бәләгә тарый. Уларҙың дүртәүһе күтәргес өҙөлөп, 7-се ҡат бейеклектән ҡолай, берәүһе йорт тәҙрәһенә тотоноп өлгөрә. Ике ир һәм бер ҡатын тиҙ ярҙам машинаһы килеп етмәҫ элек ваҡиға урынында йән бирә. Табиптар дүртенсе эшсене лә ҡотҡара алмай. Ваҡиға буйынса тикшереү бара. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлау өсөн күтәреү механизмын һәм металлдан эшләнгән тростарҙы тартып алған.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Тәфтишселәр енәйәт сәбәптәрен һәм уға ҡағылышлы кешеләрҙең шәхестәрен асыҡлау буйынса тикшереү алып бара. Ваҡиға урынында тикшереү уҙғарылды.  Суд-медицина һәм техник экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән. Енәйәт эшен асыҡлау дауам итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку