Өфөлә сираттағы карст ҡыуышлығы

Өфөлә сираттағы  карст ҡыуышлығы 20.04.2017

Баш ҡаланың Интернациональ урамында ошо көндәрҙә яңы соҡор барлыҡҡа килгән. Урында йәшәүселәр әйтеүенсә, юлда хасил булған упҡындың диаметры тәүҙә 10 сантиметр ғына була, кискә ҡарай ул бер-нисә метрға тиклем киңәйә. Тәбиғәт күренеше әлбиттә, халыҡта ҡурҡыу тойғоһо уятҡан.

Әйткәндәй, ярты йыл элек ошо уҡ урамда автомобиль ер аҫтына киткәйне. Үкенескә, коммуналь хеҙмәттәр уны таба алманы.  
Геологтар әйтеүенсә, бәлә карст ҡыуышлыҡтарына бәйле. Интернациональ урамында ла тәүге упҡын 20 йыл элек барлыҡҡа килә. 12 метрлыҡ соҡор ул ваҡытта күмеп ҡуйыла.
Рәфил Абдрахманов, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры: «Башҡортостан өсөн карст мәсьәләһе киҫкен тора. Сөнки республика биләмәһенең 50 проценты карст ҡатламдары өҫтөндә урынлашҡан. Шул иҫәптән Интернациональ урамы ла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку