Өфөлә синтетик наркотик таратыусы төркөм ҡулға алынды 18.12.2014

Был турала  Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.  Быйыл октябрҙә улар «Дэу Нексия» автомобилен туҡтата. Тикшереү барышында транспорт сараһының ишегендә 25 килограмм ағыулы матдә йәшеренеүе асыҡлана.

Ирҙәр наркотиктарҙы  Мәскәүҙән килтергән була.  Күптән түгел полиция хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡта төркөмдөң ойоштороусыһы менән уның 18 йәшлек  ҡыҙының эҙенә төштө. Уларҙың Өфөләге әшнәләре лә табылды. Тентеү ваҡытында төркөм етәксеһе эш таба алмағанылыҡтан наркотик һата башлауы тураһында белдерҙе. Законһыҙ эшмәкәрлеккә ул үҙенең дуҫтары менән таныштарын да йәлеп иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика