Өфөлә самосвал менән бәрелешеп 14-се модель автомобиле водителе һәләк булды 03.11.2015

Автоинспекция мәғлүмәттәре буйынса,  еңел автомобиль хужаһы машинаға  идара итә алмай, ҡаршы юлға барып сыға. Алынған тән йәрәхәттәренән водитель ваҡиға урынында һәләк була.  

Интернет селтәрендә шулай уҡ  иҫерек водитель арҡаһында сыҡҡан юл осрағы яҙмаһы ла бар. 32 йәшлек ир «Тойота Рав 4» автомобилендә  бер юлы өс иномаркаға бәрелгән. Һөҙөмтәлә «Рено» водителе һәм уның ике пассажиры дауаханаға мөрәжәғәт иткән, зыян күреүселәргә  табип ярҙамы күрһәтелгән.  Асыҡланыуынса, Тойота водителе руль артына эскән килеш ултырған, уның водитель таныҡлығы ла булмаған. Әлеге ирҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу мәсьәләһе ҡарала.  
Республика биләмәләренә килгән әүҙем циклонға бәйле, синоптиктар епшек ҡар яуыуы, еңелсә буран сығыуы, сымдарға һәм ағастарға ҡар һырылыуын вәғәҙәләгәйне. Ошоға бәйле, уҙған тәүлектә юлдарҙа хәл ҡатмаралашты.  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ойошмалар водителдәрҙе алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа һәм ғөмүмән,  һаҡ булырға саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика