Өфөлә Рәсәйҙә тыйылған «Хизб ут-Таһрир» ойошмаһы ағзалары ҡулға алынған

Өфөлә Рәсәйҙә тыйылған «Хизб ут-Таһрир» ойошмаһы ағзалары ҡулға алынған 01.03.2017

Был турала Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итәләр.

Ойошма ағзаларын асыҡлау һәм ҡулға алыуҙа махсус хеҙмәттәргә полиция һәм Рәсәй гвардияһы вәкилдәре ярҙам иткән. Тентеү барышында уларҙың фатирында террор ойошмаһына йәлеп итеүҙә ҡулланылған тыйылған әҙәбиәт, техник ҡулайламалар табылған. Ете кеше, шул иҫәптән Өфө ойошмаһы лидеры әле һаҡ аҫтына алынған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика