Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре кеҫә бурын ҡулға алды 24.07.2014

Оперативниктар фекеренсә, 30 йәшлек ир йәмәғәт траспортында кеҫәләрҙән урлашҡан. Тәжрибәле бур бер-нисә секунд эсендә ҡатын-ҡыҙ сумкаларынан кеҫә телефондарын, янсыҡтарын сәлдерә. Ир транспорт салоны кеше менән тулы булғанда ғына эшләй. Оперативниктар бурҙы киләһе кеҫә телефонын урларға маташҡанда  тота.  

Кеҫә буры барыһына ла таныш схема буйынса урлаша. Тәүҙә ул кеше йыйылған урында этәрешеп, үҙенә ҡорбан эҙләй. Һуңынан берәйһенең сумкаһынан тиҙ генә кеҫә телефонын сығара. Күптәр быны һиҙмәй ҙә ҡала. Өфө ҡалаһынан Анжела ла кеҫә буры ҡулына эләгә. Бәхеткә, полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы ваҡытында тота.
Анжела, зыян күреүсе: «Телефонымды алғандарын һиҙмәй ҙә ҡалдым. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны килтереп биргәс аптыраным. Тәртип һаҡсыларына ҙур рәхмәт».
Енәйәтселәр күберәк ҡатын ҡыҙҙарҙың сумкаһынан урлаша. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә йәйен кеҫә бурҙары күпкә арта. Шуға ла ҙур ҡалала йәшәүселәрҙе һаҡ булырға, ҡиммәтле әйберҙәрҙе тышҡы кеҫәләргә һалмаҫҡа кәңәш итә. Әгәр ҙә һеҙ кеҫә буры ҡорбаны йә иһә урлашыусыны күрһәгеҙ, мотлаҡ полиция хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.
Таһир Баев,  ЭЭМ-ғы идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса енәйәтте тикшереү  бүлеге хеҙмәткәре: «Ҡатын ҡыҙҙарға иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итәм. Сумкаларын  күҙҙән ысҡындырмаһындар ине».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика