Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре автомобилдәр эсенән әйбер урлашыусыны эҙләй 02.12.2014

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, уғры автомобиль тәҙрәләрен ватып, салондан ҡиммәтле әйберҙәр һәм техника урлай. Билдәһеҙ бур төнөн, торлаҡ микрорайондарында  һәм айырыуса яңы төҙөлгәндәрендә эш итә. Ул иномаркалар салондарынан ҡарауһыҙ ҡалдырылған әйберҙәр күҙләй.

Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү ҡоролмаһына төшкән күренеште иғтибарлап ҡарауҙы һорай. Әгәр ҙә һеҙ был кешене таныһағыҙ, 8 (347) 237-19-60 йәки 02, кеҫә телефонынан 020 һандары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Валерий Кожевников, Эске эштәр министрлығы енәйәтте эҙләү идаралығының бүлек етәксеһе: «Автоһәүәҫкәрҙәр ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармаһын ине. Әгәр ҙә һеҙ халыҡ һәм автомобилдәр күпләп йыйылған урынға барһағыҙ, машинағыҙҙы бикләргә һәм сигнализацияға ҡуйырға онотомағыҙ. Шулай уҡ ҡиммәтле әйберҙәрегеҙ, аҡсаларығыҙҙы салонда ҡалдырырға кәңәш ителмәй».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика