Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре 75 килограмдан ашыу тилерткес матдәләрҙе яндырҙы 17.03.2016

Наркотиктарҙы юҡ итеү операцияһы  йылына бер нисә тапҡыр уҙғарыла. Махсус мейестә яндырылған был төнәтмәләр төрлө енәйәт эштәрен тикшереү барышында тартып алынған.

Улар буйынса суд ҡарары сығарылып, енәйәтселәр хөкөм ителгән. Яндырылған тилерткес матдәләр араһында баш ҡалала йәшәүсе 26 йәшлек егеттән тартып алынған биш меңдән ашыу дарыу, бер мең анаболик стероид менән ампулалар ҙа юҡҡа сығарыла. Юғары уҡыу йортонда физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән йәш кеше сит илдән тыйылған матдәләрҙе һатып алып мускулдарын үҫтерергә теләүселәргә тарата. Суд барышында ул үҙ ғәйебен таный. Әле егет дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында... Шулай уҡ нәшә менән сауҙа итеүсе биш енәйәтсе алты йылдан 13 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика