Өфөлә насар һауа шарттары юл фажиғәһенә сәбәпсе булды

Өфөлә насар һауа шарттары юл фажиғәһенә сәбәпсе булды 27.04.2015

Аэропорт юлында ВАЗ автомобиле водителе транспортына  идара итә алмай, юл ситендәге ҡоролмаға бәрелә. Тап ошо мәлдә  машинаға мотоцикл килеп төкәлә. Ике тәгәрмәсле транспорт водителе менән уның пассажиры дауаханаға оҙатыла.

Марат, «Ваз 2110» водителе: «Һыу тулған тәгәрмәс эҙенә эләгеп, юлдың тәүҙә бер  ситенә, һуңынан икенсе яғына барып һуғылдым. Машинама мотоцикл килеп бәрелгәс, ишекте асып ҡараһам, эргәлә егет менән ҡыҙ ята ине. Егет аңын юғалтҡайны, аҙаҡ иҫенә килде. Йәштәр икеһе лә иҫерек ине. Тиҙ ярҙам һәм полиция саҡырттыҡ.
Уҙған ял көндәрендә республикала барлығы 20  юл фажиғәһе теркәлгән. Аварияларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 29 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Автоинспекторҙар 238 водителдең  руль артына иҫерек килеш ултырыуын асыҡлаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку