Өфөлә наркополиция хеҙмәткәрҙәре тилерткес матдә таратыусы 8 кешенән торған төркөмдө ҡулға алған

Өфөлә наркополиция хеҙмәткәрҙәре тилерткес матдә таратыусы 8 кешенән торған төркөмдө ҡулға алған 26.02.2015

Оператив-эҙләү саралары барышында өс кило ярымдан ашыу синтетик наркотик тартып алынған. Рөхсәт ителмәгән тауар ҡуртымға алынған фатирҙарҙа һаҡланған һәм ҡала буйлап таратыу өсөн тәғәйенләнгән була. Енәйәтсе төркөмдө  25 йәшлек егет ойошторған.

Наркополиция хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Стәрлетамаҡта йәшәүсе  ғаиләнең фатирынан да  синтетика һаналған бер нисә төргәк тартып алған. Улар Өфөнән ташылған тауар менән интернет аша тәүлек әйләнәһенә һатыу иткән. Криминал бизнеста тағы ла бер кеше йәлеп ителгән була. Әлеге мәлдә осраҡ буйынса тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика