Өфөлә мотоциклистар ҡатнашлығында 15 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән 22.07.2015

Интернетта Белорет ҡалаһында фажиғәгә тарыған мотоцикл водителенең аварияға эләккән мәле төшөрөлгән видеояҙма барлыҡҡа килде. Унан күренеүенсә, ике тәгәрмәсле транспорт сараһында идара иткән егет юғары тиҙлектә юл ситендәге бордюрға һуғыла һәм  яҡынса  30 метр самаһы осоп бара.  23 йәшлек Kawasaki водителе фажиғә урынында йән бирә. Тикшереүҙәр барышында   егеттең бер ниндәй ҙә документтары булмауы асыҡлана.

Йәй көндәрендә аварияларҙың артыуын иҫәпкә алып бөгөн баш ҡалала "Мотоцикл" операцияһы башланды.  Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләтт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә,  йыл башынан Өфөлә мотоциклистар ҡатнашлығында 15 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы ла 17 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Рейд барышында инспекторҙар төп иғтибарын документтарҙың теүәллегенә һәм транспорт сараларының төҙөклөгөнә  йүнәлтәсәк. Операция өс көн дауам итә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика