Өфөлә машина шартлауҙан зыян күргән ир аңына килгән

Өфөлә машина шартлауҙан зыян күргән ир аңына килгән 30.08.2017

Әлеге ваҡытта уның менән хоҡуҡ һаҡсылары һөйләшеүҙәр алып бара. Тәфтиш комитеты енәйәткә ҡағылышы булғандарҙы һәм улар ниндәй ниәт менән автомобилгә шартлатҡыс һалыуҙарын асыҡлай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡиғаға бәйле кешене үлтерергә маташыу һәм шартлатҡыс әйберҙәрҙең законһыҙ әйләнеше статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ғәҙәттән тыш хәл дүшәмбе көндөҙгө сәғәттәрҙә баш ҡаланың Армауыр урамында теркәлде. Шартлаған «Киа Спектра» автомобилендә 30 йәшлек ир зыян күрә. Һуңынан асыҡланыуынса, ул адвокаттар кантораһы хеҙмәткәре, элек эске эштәр министрлығында эшләгән. Шартлау һөҙөмтәһендә ирҙең аяҡтары зыян күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку