Өфөлә маршрут автобусының иҫерек водителе ҡулға алынған

Өфөлә маршрут автобусының иҫерек водителе ҡулға алынған 15.02.2017

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Беренсе Май урамында "Форд Транзит"ты туҡтата. Иғтибарҙы 51-се маршрут водителенең хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәүе  йәлеп итә.

Протокол төҙөгән ваҡытта инспекторҙар ҡағиҙә боҙоусынан спиртлы эсемлек еҫе сығыуын һиҙә. Бәхеткә күрә, салонда пассажирҙар булмай. Тикшереү барышында шиктең ысынбарлыҡҡа тап килеүе асыҡлана. Һөҙөмтәлә автобус штраф туҡталҡаһына оҙатыла, ә ҡулға алыныусыға йыл ярымға водитель таныҡлығынан мәхрүм ҡалыу һәм 30 мең һум күләмендә штраф янай.  

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку