Өфөлә КАМАЗ йөк машинаһы аҫтында ер убылды 27.07.2015

Камаз водителе үҙенә урын таба алмай. Транспорттың ер аҫтына төшөп китеүен ир һиҙмәй ҙә ҡала.

Водитель әйтеүенсә, ул ҡом тейәлгән Камазда перенаталь үҙәккә китеп барған була. Бында ашарға туҡтай, ләкин транспорт кинәт аҫҡа китә башлай. Ваҡиға урынына шунда уҡ халыҡ йыйыла. Улар ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлырлығы һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.

Ваҡиға урынында "Өфөнөң инженер селтәрҙәре" предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре лә эшләй. Улар үткәргән тикшереү һөҙөмтәләре буйынса транспортҡа йөктөң саманан тыш күп тейәлеүе асыҡлана.

Ләкин транспорт водителе был һығымта менән килешмәй. Уның фекеренсә асфальт сифатһыҙ эшләнгән. Ғәҙәттән тыш хәл урынына КАМАЗ водителенең дуҫтары, яҡындары килеп еткән.  Улар ҙа водителде аҡларға тырыша.  

Ике яҡ араһында ҡыҙыу бәхәс туҡтамай. Һәр кем үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбатлауын дауам итә.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына йыйылған халыҡ ваҡиғаларҙы күҙәтеп бара, күптәр видеоға төшөрә.  

Соҡор аҫты буш. Бетон плитәлар сафтан сыҡҡан. Уның аҫтында йылылыҡ селтәрҙәре үтә. Белгестәр әйтеүенсә, асфальт ҡатламын махсус конструкция менән нығытылған бетон плитәлары тотоп торған. Бында йөк машиналарын ҡуйыу тыйылһа ла, урында бер ниндәй ҙә махсус билдә юҡ. Йөк машинаһын соҡорҙан сығарыу өсөн тейәлгән ҡом бушатылды. Ауыр транспортты күтәрергә ике кран йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен тикшереү дауам итә.

Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика