Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Өфөлә инкассаторҙарға һөжүм итеүҙә ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды 02.09.2015

Улар Балтас районынан  20, 26 һәм 29 йәшлек бер туғандар.  Әле ғәйепләнеүселәр менән тәфтишселәр эшләй, бер үк ваҡытта енәйәт сәбәптәре асыҡлана. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, улар аҡса урлау ниәте менән енәйәт юлына баҫҡан. Әммә яуыз уйҙарын бойомға ашырып өлгөрмәйҙәр.

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, егеттәрҙең береһе маршрут  автобусында ҡулға алынған. Ҡалған икәүһе Өфөнөң Киров районындағы фатирҙа табылған. Ғәйепләнеүселәр араһында эшһеҙ йөрөгәне лә, юристҡа уҡып йөрөүсе студент та, эшҡыуарҙа ҙа була. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 августа ике егет Инорс биҫтәһендә инкассаторҙарға бензин һибә, һуңынан ут тоҡандырып енәйәт урынынан ҡаса. Шул уҡ ваҡытта улар аҡсаларҙы урлап өлгөрмәй.  Зыян күреүселәрҙең береһе- Вячеслав Симонов  90 процент тәне бешеүҙән һәләк була. Икенсе инкассатор Руслан Сөләймәнов ауыр хәлдә Мәскәүгә оҙатыла.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку