Өфөлә иҫерек водитель арҡаһында өс машина бәрелеште

Өфөлә иҫерек водитель арҡаһында  өс машина бәрелеште 12.01.2016

Көмөш төҫлө Хундай -акцент автомобиленә идара итеүсе ир ҡаршы юлға сығып  һоро төҫтәге Хундай-акцент һәм Киа Рио автомобилдәренә төкәлгән. Аварияла 4 кеше зыян күргән. Асыҡланыуынса,  юл осрағына көмөш төҫлө  Хундайҙа ултырыусы ир ғәйепле булған - алкотектор уның эскәнен иҫбатлаған. Хәҙер уға 30 мең һум күләмендә административ штраф һалыныу һәм йыл ярымдан ике йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеү янай.  

Бынан тыш, Борай районының Күҙбай ауылында 36 йәшлек ир «Газель» йөк машинаһы менән ауылдашын тапаған. Йәйәүле ваҡиға урынында йән биргән. Водитель әйтеүенсә, һәләк булыусы юлда ятҡан булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ул спиртлы эсемлектәр ҡулланырға яратҡан. Осраҡ буйынса тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку