Өфөләге янғында әсә менән 10 йәшлек ҡыҙ бала зыян күргән 25.10.2016

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Менделеев урамында  ике ҡатлы кирбес йортта ут сығыуы тураһында мәғлүмәт ҡотҡарыу хеҙмәте диспетчер пультына бөгөн төнгө сәғәт 1-ҙә ҡабул ителә. Торлаҡтың беренсе ҡатын көслө ялҡын ялмап алған була, ут күршеләргә лә тоҡаныу хәүефе менән янай. Алты берәмек техника, 19 ҡотҡарыусы ярҙамында янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелә. Йорттан 15 кеше эвакуациялана. 36 йәшлек ҡатын менән уның ун йәшлек ҡыҙы дауаханаға оҙатыла. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика