Өфөләге медицина үҙәктәренең береһе 7 миллион ярым һумлыҡ бурысы өсөн мөлкәтһеҙ тороп ҡалды 21.07.2017

Бөгөн Ғөбәйҙуллин урамында урынлашҡан "Корпорейшн Бьюти  хелфи лимитед илия идишн" компанияһына суд приставтары ҡунаҡҡа килде. Билдәле булыуынса, был бинала ойошма бер нисә исем аҫтында клиенттар ҡабул итә һәм улар менән юғары проценттарға кредит килешеүҙәре төҙөп, ҡиммәтле процедураларын тәҡдим итә.

Суд приставтары күпме генә шаҡымаһын - ишекты асыусы юҡ. Ғөбәйҙуллин урамы, 3-сө һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан заманса медицина, сәләмәтлек һәм матурлыҡ үҙәгендә - улар көтөлмәгән ҡунаҡ. Фойела администратор ишектең автоматикаһы ватылды тип нисек кенә аҡланмаһын, залдағы күренеш аптырауға һалды. Ойошма хеҙмәткәрҙәре әйбер ташып, йүгереште. Бер нисә минуттан һуң ғына идаралыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөйләшеүҙәр бүлмәһенә саҡырҙылар.

Суд приставтары медицина үҙәге идарасыһынан шунда уҡ биналағы мөлкәткә документ күрһәтеүҙе талап итте. "Корпорейшион Бьюти  хилти лимитед илия идишн" ойошмаһыныҡы икән, тимәк, уларға арест һалынырға тейеш.

Бурыслы ойошмаға ҡарата Өфөнөң Орджоникидзе районы суд приставтары 60-тан ашыу башҡарыу эше ҡуҙғатҡан. Бурыс талап итеүсе ғаризаһы буйынса, был ойошмалар Ғөбәйҙуллин урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан. Уларҙың 7,5 миллион һумлыҡ бурысы бар.

Ойошманың идарасыһы иһә был тиклем ҙур бурыс барлығы хаҡында белмәнем, тип аҡланды.

Әйкәндәй, бинаға формалағыларҙың килеп инеүе ойошма эшмәкәрлегенә бер ҙә ҡамасауламаны. Клиенттар бикле бер бүлмәлә массаж алыуын дауам итте.

Йорттоң тотош тәүге ҡатын биләгән был медицина үҙәгендә тиҫтәләп процедура кабинеты иҫәпләнә. Суд приставтары әйтеүенсә, бындағы барлыҡ мөлкәтте алып сығыу өсөн бер генә йөк машинаһы етмәйәсәк.

Компьютер, ноутбук, телевизор, йомшаҡ мебелдәр - берәм-берәм бинанан сығарылды. Ойошма идарасыһы формалағыларға ярты сәғәттән һуң да тейешле документтарҙы күрһәтмәне шул. Бынан тыш, үҙәктең көтөү залында асыулы клиенттар ҙа йыйылды. Ольга Кузьмина кисә бында ортопедтың бушлай консультацияһына килеп, үҙе лә абайламай 99 мең һумлыҡ дауалау процедураһын алыуға ике йылға кредит  килешеүе төҙөгән.

Ҡатын ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, килешеүҙе өҙөргә була. Бәхетенә, айлыҡ түләүҙәрҙән ҡотоласаҡ.

Клиенттарҙы көсләп тотам тиһәләр ҙә ойошмала яҡын арала хеҙмәтләндереү алып барылмаҫ, моғайын. Процедура кабинеттары хәҙер бушап ҡалды. Суд приставтары ярты миллион һумлыҡ мөлкәткә арест һалды

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика