Өфөләге ишетеү мөмкинлеге сикләнгән коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы спорт залында тупҡа түгел, ә башҡа типкән

Өфөләге ишетеү мөмкинлеге сикләнгән коррекция мәктәп-интернаты уҡыусыһы спорт залында тупҡа түгел, ә башҡа типкән 03.04.2017

Ваҡиға видеокүҙәтеү ҡоролмаһына яҙылған. Зыян күреүсе үҫмерҙең ата-әсәләре әйтеүенсә, баланың баш мейеһе һелкенгән.

Был видеояҙма Өфөнөң Дим биҫтәһендә урынлашҡан коррекция мәктәп-интернатының спорт залында төшөрөлгән. Кадрҙарҙа үҫмерҙең эскәмйәлә ултырған уҡыусыға йүгереп барып тибеүе асыҡ күренә.  Асыҡланыуынса, һөҙөмтәләр буйынса, ун берҙәр, туғыҙынсы синыф уҡыусыларынан еңелеп барған. Үҫмерҙең бындай ҡылығы ике команда уйынсылары, уҡытыусылар өсөн дә көтөлмәгән хәл була. Күҙ алдарым ҡараңғыланды, ни булғанын аңламай ҙа ҡалдым, тип хәтерләй, - туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Никита.
Никита Ваулин, 9-сы синыф уҡыусыһы: «Беҙ уның менән яҡшылап аралашмай ҙа инек, ярыш ваҡытында ла үҙемде тыныс тоттом. Ни өсөн килеп тибеүенең сәбәбен дә белмәйем. Һуңғы тапҡыр уның менән спорт формаһы өсөн эләгешкәйнек, ул ваҡытта ла миңә һуҡты, тик быныһы кеүек ҡаты түгел».
Мәктәптәге был хәл каникул алдынан, 21 мартта теркәлһә лә, видеояҙманы зыян күреүсе үҫмерҙең туғандары күптән түгел һалған. Уйынсылар араһында үҙ-ара үсекләү-ғәйепләүҙәр булғанмы, беҙгә билдәһеҙ. Ваҡиға шаһиттары ла юҡ, ҡыҙғанысҡа, видеокадрҙар ҙа был хәлдең бөтә нескәлектәрен күрһәтә алмай.
Ун беренсе синыф уҡыусыһы мәктәпкә бер йыл элек килә. Тәрбиәселәр үҫмерҙең тәртибе буйынса башҡаларҙан  агрессив һәм ҡыҙыу булыуы менән айырылыуын билдәләй.
Әлеге ваҡытта ун беренсе синыф уҡыусыһы майға тиклем өйҙә белем алыуға күсерелгән. Мәктәп уҡытыусылары көн дә уның ата-әсәһе, үҫмер менән бәйләнешкә инеп, хәлен һораша.
Махсуслаштырылған мәктәптә бөтә дәрестәр тиерлек тыныс үтә, балалар үҙҙәре генә аңлаған ым-ишара ярҙамында аралаша. Шуға ла уҡытыусыларҙың һәр бер баланы иғтибарҙа тотоуы мөмкин  дә түгел. Әйткәндәй, уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәббәттәрен асыҡлауы тураһындағы видеояҙмалар интернет киңлектәрендә тиҙ тарала. Ә теркәлгән осраҡҡа һуңғы нөктәне хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡуясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика