Өфөләге иң эре объекттарҙың береһендә янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана

Өфөләге иң эре объекттарҙың береһендә янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана 21.09.2015

Йәкшәмбе кис «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгенән йөҙҙәрсә кеше эвакуациялана. Ҡыҫҡа ялғаныш һөҙөмтәһендә аквапарк  бүлмәһенән сыҡҡан төтөн тиҙ арала ҙур ғына майҙанға тарала.  Киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә арендаторҙарға үҙ урындарына инергә рөхсәт ителә. Әммә был ваҡытта «Окей» магазины бер ни булмағандай үҙ һатып алыусыларын хеҙмәтләндереүен дауам итә.

Шаһиттар әйтеүенсә, ашығыс эвакуация, киске сәғәттәрҙә иғлан ителә. Үҙәккә шунда уҡ  махсус хеҙмәттәр, шул иҫәптән 14 берәмек техника һәм иллеләп ҡотҡарыусы  килә. Ә был ваҡытта урамда автомобилдәр тығыны хасил була. Әгәр ҙә Ҡазанда фажиғә теркәлмәһә, Өфөләге хәл бәлки, иғтибарҙы әллә ни йәлеп итмәгән дә булыр ине. Әммә быйыл яҙ күршеләрҙә сауҙа үҙәге янып китеп, бик күп кешеләрҙең ғүмере өҙөлдө. Өҫтәүенә, «Планета» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә төҙөлөш эштәре алып барылғандан алып төрлө күңелһеҙ хәлдәр күп теркәлде. Атап әйткәндә, 2013 йылдың ғинуарында янғын сығып, бер нисә кеше тән бешеүе алды. Ошо уҡ йылдың апрелендә 49 йәшлек ир алтынсы ҡаттан ҡолап һәләк булды. Һуңынан үҙәк янындағы ер ишелеп төштө. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәне. Бынан тыш, ҡыйыҡтан һыу ағыу, штукатурканың емерелеүе, аквапаркта химик элемент менән ағыуланыу осраҡтары ла күҙәтелде.  Бер һүҙ менән әйткәндә, бар был дәлилдәр үҙҙәре үк кәмселектәр тураһында һөйләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку