Өфөлә бер юлы ике «Газель» янған

Өфөлә бер юлы ике «Газель» янған 22.11.2016

Тәүге күңелһеҙ ваҡиға баш ҡаланың Карл Маркс урамында, тимер юл вокзалына илткән юлда теркәлде. Машинаның ялҡын эсендә ҡалған мәле социаль селтәрҙә урынлаштырылды. Шартлау һөҙөмтәһендә автомобиль тулыһынса янып юҡҡа сыҡты.

Яҡынса мәғлүмәткә ярашлы,машинала иретеп-йәбешетереү өсөн тәғәйенләнгән газ баллоны булған. Хеҙмәткәрҙәргә электр бағанаһын һүтеү бурысы йөкмәтелгән. Әммә әлегә билдәһеҙ сәбәп менән газ баллоны шартлап, «Газель» ут эсендә ҡала. Янғын ваҡытында һүндерелә. Кеше ғүмеренә зыян килмәй. Иртәнге сәғәттәрҙе баш ҡаланың Салауат Юлаев проспектында ла ошоға оҡшаш хәл теркәлә. Йәнә бер
«Газель»гә ут тоҡана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку