Өфөлә берәҙәк эттәрҙән ҡош-ҡорттар зыян күргән

Өфөлә берәҙәк эттәрҙән ҡош-ҡорттар зыян күргән 20.06.2017

Эттәр 26 өйрәк, 17 тауыҡ себешен талаған. Шуныһы сәйер, улар ҡоштарҙы ашамай, ә быуып ҡына үлтерә. Ҡырҡтан ашыу ҡошсоҡтоң дүртәүһе генә ҡалған

Баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә йәшәүсе Буйскихтар ғаиләһе асыҡлауынса, эттәр ҡойманың бәләкәй генә ярығынан үтеп ингән. Улар ике көн рәттән килеп себеш ояһын туҙҙырған. Валентина Васильевна әйтеүенсә, иртәнсәк тороп ҡошсоҡтарына ем һалырға сыҡҡанда эттәр баҡсала йөрөгән була. Улар хатта, хужаның үҙенә ташлана яҙа.
Валентина Буйская, зыян күреүсе: «Үле ҡош-ҡорттарҙы күргәс йөрәк ауыртты, ҡан баҫымым күтәрелде, иланым. Меҫкен ҡош-ҡортом да, үҙемдең хеҙмәтем дә йәл».
Гараж кооперативы эргәһендә йөрөгән был хужаһыҙ эттәр йорт хайуандарына ғына түгел, урындағы халыҡ өсөн дә хәүеф тыуҙыра.
Олег Жарков, һаҡсы: «Бер мәл миңә лә ташландылар, кирбес ярҙамында ҡотолдом. Урман яҡта өргән тауыштары ныҡ сыға, күрәһең, өйөрө менән йөрөйҙәр».
Урында йәшәүселәр ҡаланың махсус автохужалығына йөҙәрләп ғариза яҙған. Әммә белгестәр агрессив йәки ауырыу хайуандарҙы ғына аулай. Ә һауҙарын приютҡа урынлаштырырға тейештәр. Ләкин ундай питомниктар Өфөлә юҡ.
Михаил Лебедев, Өфө ҡалаһын таҙартыу буйынса махсус автохужалыҡтың етештереү бүлеге етәксеһе:
«Беҙҙең иҫәп буйынса берәҙәк эттәр һаны биш йыл элек 30 мең самаһы ине. Бөгөн улар 20 меңгә яҡын. Әлеге ваҡытта приют проекты тормошҡа ашырыла. Приют төҙөлгәндән һуң бөтә мәсьәләләр ҙә хәл ителәсәк».
Эйәһеҙ эттәрҙе  кәметеү өсөн әлеге ваҡытта кастрация процедураһы ҡулланыла. Әммә  сара бик күп сығымдар талап итә. Бөтә дүрт аяҡлы хайуандарға ла аҡса етмәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку