Өфөлә бөгөн Виолетта Токарчукты үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды 24.09.2015

Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә,  урта йәштәрҙәге ир быға тиклем дә оҡшаш енәйәт буйынса хөкөмгә тарттырылған булған. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә. Бөгөн шулай уҡ ҡот осҡос енәйәт ҡорбаны - 11 йәшлек ҡыҙҙы яҡындары һуңғы юлға оҙатты.

Виолеттаның ата-әсәһе, яҡындары, дуҫтары күҙ йәштәрен тыя алмай. Көтөлмәгән фажиғә. Алсаҡ, яғымлы ҡыҙҙың ғүмере 11 генә йәшендә өҙөлдө. Был йорттан ул һуңғы тапҡыр дүшәмбе мәктәпкә уҡырға китә. Мәңгелеккә, күрәһең.  Шул уҡ көндө баланың кәүҙәһе белем усағынан йыраҡ түгел гараждар араһында табылғайны.
Йөҙҙәрсә кеше ғаиләнең оло ҡайғыһын уртаҡлашты. Бына инде бер нисә көн дауамында барыһын да бер һорау борсой - был ҡот осҡос енәйәтте кем башҡарған?!
Дүшәмбе иртәһе...  Виолетта мәктәптә булырға тейеш. Әсәһе уны ярты юлға тиклем оҙата. Әммә гараждар араһында кескәй ҡыҙының бәләгә тарыуын  йөрәге генә һиҙмәй ҡала.
Светлана Абрамова Рәсәй тәфтиш  комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Енәйәт урынын һәм баланың кәүҙәһен ныҡлап тикшергәндән һуң байтаҡ әйберҙәр табыла. тәфтишселәр һәм криминалистар   яңы технологиялар һәм ҡоролмалар ярҙамында тикшереү эштәре алып бара. Һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ғәйепләнеүсенең эҙенә төшә».
36 йәшлек ир аптырауҙа.  Хәйер, ҡул бығауы менән ул яҡшы таныш. 2011 йылда ғына төрмәнән сыҡҡан Александр Валеткин алама ғәҙәтенән арынмаған, күрәһең. Быға тиклем ул көсләү статьяһы буйынса рәшәткә артында ултырып сыҡҡан.
Бөгөн ғәйепләнеүсе йөрөгән урын асыҡланды. Оператив эҙләү саралары барышында ул Үҙәк баҙарҙың йәмәғәт транспорты туҡталышында ҡулға алынды. Енәйәт урыны ла яҡында ғына, ни бары биш минут алыҫлыҡта.
«Тормошомда иң мөһиме - ғаилә һәм балалар». Ғәйепләнеүсенең социаль селтәрендә дуҫтары ла етерлек. Күбеһенең үҫмер ҡыҙҙар булыуҙары бер ҙә аптыратмай. Бәлки, интернет ярҙамында Валеткин кәрәкле танышлыҡтар булдырғандыр ҙа инде. Ышанысҡа ла инә белгән. Сөнки ҡайһы бер версиялар буйынса Виолетта менән дә ир алдан таныш булған булыуы ихтимал.
Енәйәт эшен тикшереү әле дауам итә. Тәфтишселәргә дәлилдәрҙе  раҫлау мөһим.  Бөгөн ҡулға алыныусының  11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыусы булыуы  тулыһынса иҫбатланған осраҡта ғына  уны хөкөм ҡарары көтә.  Енәйәт язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика