Өфөлә бөгөн төндә «Ситроен» маркалы автобус янған

Өфөлә бөгөн төндә «Ситроен» маркалы автобус янған 13.01.2018

Ғәҙәттән тыш хәл баш ҡаланың Октябрь районында теркәлә. Был хаҡта мәғлүмәт һәм фотолар менән ваҡиға шаһиттары социаль селтәрҙәрҙә бүлешкән.

Мәғлүмәтте Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығында ла раҫланылар. Дежур бүлеккә янғын сығыу хаҡында сигнал таңғы 5-се 8 минутта ҡабул ителә. Ваҡиға урынына шунда уҡ янғын һүндереүселәр килеп етә. 18 минуттан ут тулыһынса һүндерелә. Микроавтобус Октябрь проспекты 65 адресы буйынса, торлаҡ йорт эргәһендә парковкаланған. Уның янында ҡалдырылған башҡа транспортҡа зыян килмәгән. Янғын сығыу сәбәптәре хаҡында әлегә хәбәр юҡ. Үртәү ихтималлығы ла фаразлана.
Шулай уҡ бөгөн иртән Геологтар урамы 53 адресы буйынса ПАЗ автобусында ла янғын сыҡҡан. Ике осраҡ буйынса ла тикшереү эштәре башланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку