Өфөлә бөгөн иртән юғалған ун бер йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылды

Өфөлә бөгөн иртән юғалған ун бер йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһе табылды 21.09.2015

Мәктәпкә тип сығып киткән Виолетта  белем усағына барып етә алмай. Баланың юғалыуы әсәһе  Елена Токарчук  96-сы лицейға, ҡыҙын музыка дәресенә алып барырға тип килгәс асыҡлана. Мәктәпкә ҡуйылған видеокамера бөгөн сабыйҙың уҡырға килмәүен күрһәтә. Раҫланмаған мәғлүмәт буйынса баланың быуып үлтерелеүе ихтимал

Уның кәүҙәһе шәхси гараждар араһында табылған. Ваҡиға урыны лицейға илле метр самаһы алыҫлыҡта. Әле гараждар биләмәһе уратып алынған, тикшереү бара. Әлегә билдәле булған мәғлүмәт буйынса, әсәһе иртәнсәк Виолеттаны Ленин урамы аша сығарып ҡуйған, артабан бала яңғыҙ киткән. Әле иртәнсәк биләмәлә ярым яланғас ирҙең күренеүе тураһындағы мәғлүмәт тә тикшерелә. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шаһиттарға яҡындағы полицияға, йә Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә : 279-39-02 йәки 02 һандары буйынса шылтыратыуҙары һорала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку