Өфөлә авария урынын ташлап ҡасҡан «Лада» машинаһы водителен эҙләйҙәр 30.07.2014

Ваҡиға Сипайлово биҫтәһе Гагарин урамында теркәлә. «Тойота» маркалы сит ил  машинаһы үҙ һыҙаты буйлап хәрәкәт итә. Һул яҡтан унынсы модель ВАЗ автомобиле урам аша сығырға  ниәтләй. Әммә боролошҡа һыймай «Тойота»ны төкөтә. Тәүге бәрелештән һуң да туҡтамай, ул машинаны тағы бер бәрә һәм ваҡиға урынынан ҡасып китә. Бәхеткә, кеше сәләмәтлегенә зыян килмәгән.

Рөстәм Шакиров: «Бәрелештән һуң машина бер аҙ зарарланды, әммә был мөһим түгел, бында кеше зыян күреүе лә бар ине. Водитель йә иҫерек, йә наркотик матдәләр йоғонтоһонда булғандыр тип уйлайым, сөнки ике тапҡыр төкөлгәндән һуң да туҡтаманы. Бындай кешеләрҙе яуапҡа тарттырырға кәрәк». «Тойота» автомобиле водителе был хәл буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт иткән. Автомобиль маркаһы һәм дәүләт номерҙары билдәле булыуға ҡарамаҫтан, тәртип боҙоусы һаман ҡулға алынмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика