Өфөлә 25 йәшлек музыкант өс тапҡыр микро финанслау офистарына һөжүм итеүҙә ғәйепләнә

Өфөлә 25 йәшлек музыкант өс тапҡыр микро финанслау офистарына һөжүм итеүҙә ғәйепләнә 29.01.2016

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәш кешене уғрылыҡҡа матди ауырлыҡтар этәргән. Үҙенең бурыстарын ҡаплар өсөн ул икенсе һөнәре буйынса ашнаҡсы булып та эшләп ҡарай, ләкин булдыра алмағас, кредит ойошмаһын таларға ҡарар итә. Видеокүҙәтеү яҙмаһынан күренеүенсә, енәйәтсе офис хеҙмәткәрен бысаҡ менән ҡурҡытып, 60 мең һум аҡса тартып ала. Бер-нисә көндән уны патруль-пост хеҙмәткәрҙәре тота. Тикшереү барышында ирҙең ошондай уҡ тағы ла ике енәйәткә ҡағылышы булыуы асыҡлана.

Тимур Чанышев, Өфө ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының матбуғат хеҙмәткәре:   «Хоҡуҡ һаҡсылары ирҙе оператив-эҙләү саралары барышында ҡулға алды. Енәйәтсе Өфөлә йәшәүсе 25 йәшлек ир булып сыҡты. Ул  баш ҡалала өс тапҡыр ошондай енәйәт ҡылыуын таныны».
Ир әлеге ваҡытта  һаҡ аҫтына алынған.  Үҙе әйтеүенсә, уның ҡорбандарына физик зыян килтерергә уйы булмай, бысаҡты  ҡурҡытыр өсөн генә ҡуллана. Тикшереү барышында  музыканттың һәр талауға  ентекләп әҙерләнеүе асыҡлана. Ҡулына төшкән аҡса менән ул бурыстарын түләгән. Әммә хәҙер уға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку