Өфө үҙәгендә үс алыу

Өфө үҙәгендә үс алыу 03.11.2015

Баш ҡаланың Орджоникидзе районында  өлкән йәштәге ир  танышының автомобиленә балта менән һуға. Ҡылығын ул үс алырға теләү менән аңлата.

Ҡиммәтле һәм һирәк осрай торған сит ил машинаһының тәҙрәләре тимер балта менән киҙәнеүҙән селпәрәмә килгән, кузов йәмшәйгән, дүрт тәгәрмәс, фарҙар-машина заправкаһында һөжүмдән һуң Өфөлө Альберт  Манеев үҙен һәм автомобилен балта менән киҙәнеүсенән көс-хәл менән ҡотола.
Был һәүәҫкәр видеояҙманы осраҡлы шаһиттар төшөргән. Өлкән йәштәге ярһыған ир машинаны өлөштәргә бүлергә әҙер. Сит ил автомашинаһы хужаһы үҙенең мөлкәтен  емерелеүҙән һаҡлау маҡсатында монтировка ярҙамында алышҡа сыға. Ул  балта менән һөжүм итеүсенән көскә янтайып ҡала. Әммә, бер нисек тә килешә алмағас, асыулы ир машинаға тағы ла бер-икене тондороп өлгөрә. Һуңынан ҡаза күреүсене үҙенең яңы мерседесында баҫтыра башлай.
Янъял ҡуптарыусы ир-уның балалыҡ дуҫының ҡайныһы булып сыға.  Бер-нисә йыл элек улар  дуҫының туйында таныша.
Әммә  Илшат ҡатыны менән айырылышҡандан һуң, уның ҡайныһы Рифҡәт Уйылдановтың егеттәргә ҡарата  мөнәсәбәте лә  үҙгәрә. 62 йәшлек ир элекке кейәүен һәм уның дуҫын эҙәрлекләй башлай. Һәм иң яҡын дуҫының машинаһы балта көсө менән ҡыйрала.
Балта менән янъял ҡуптарыусы ир бындай фекер менән риза түгел тип белдерҙе беҙгә йорттан уның яҡындары. Үҙенең ҡылығын ул телефон аша ғына аңлатыуҙы ҡулай тапты.
Рифҡәт Уйылданов, Өфөлә йәшәүсе: «Мин был машинаны үткәрмәй тотҡарланым. Автомобилде  икенсе кейәүем Рөстәмдән  тартып алды. Уны ултыртасаҡтар. Көс менән машинаны  алдылар. Улар икеһе лә уғрылар».
Элекке туғандар һәм уларҙың дуҫтары менән ниндәй мөнәсәбәттә булыуына ҡарамай, был тарихта талау һәм башбаштаҡлыҡ күҙгә күренеп тора.
Валерий Шәрипов, юрист: «Закон буйынса бындай осраҡта түбәндәге административ яуаплылыҡ ҡаралған: Кеше мөлкәтен емереү йәки  зыян килтереү -өсөн  ҡырҡ мең һум  йәки айлыҡ эш хаҡы күләмендә штраф һәм өс айлыҡ килеме күләмендә штраф һалына. Йә булмаһа бер йылдан алып холоҡ төҙәтеү эшенә йәлеп ителә, айырым осраҡта уның мөҙҙәте ике йылға тиклем булыуы ихтимал. Хулиганлыҡ менән ҡылынған зыян осрағында  биш йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре  һәм иркенән мәхрүм итеү ҡаралған».
Әлеге ваҡытта Альберт Манеев япон автомобиле өсөн запас деталдәр эҙләү менән мәшғүл. Уның машинаһына һөжүм итеүҙән матди зыян 200 мең һум тирәһе тәшкил итә. Был эш буйынса тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку