Өфө гангстерҙары

Өфө гангстерҙары 24.06.2014

Рәсәй Тәфтиш комитетының республика идаралығы баш ҡалала банктарҙы талаусы ике йәш егеткә ғәйепләү сығарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ банк хеҙмәткәрҙәрен ҡорал менән ҡурҡытып аҡса эшләргә теләүселәр тотолғайны. Улар бер нисә нөктәлә талау ойоштора. Банкоматтарҙағы видеокамералар ярҙамында енәйәтселәр ҡулға алына.

Рәсәй Тәфтиш комитетының республика идаралығы баш ҡалала банктарҙы талаусы ике йәш егеткә ғәйепләү сығарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ банк хеҙмәткәрҙәрен ҡорал менән ҡурҡытып аҡса эшләргә теләүселәр тотолғайны. Улар бер нисә нөктәлә талау ойоштора. Банкоматтарҙағы видеокамералар ярҙамында енәйәтселәр ҡулға алына.

Хас та Голливуд фильмындағы кеүек. Тәүге талау осрағы мартта теркәлә. Эш көнө аҙағында банк офисына битен ҡаплаған йәш кеше килеп инә. Банк хеҙмәткәрен пистолет менән ҡурҡытып, ул кассалағы аҡсаны алып сыға. Әммә унда бөтәһе 4 мең һум самаһы ғына аҡса була.
Полиция хеҙмәткәрҙәре офистағы видеокамераларҙы өйрәнә. Бер йәш егет шик аҫтына алына. Әммә тикшереү тамамланып та өлгөрмәй, ҡаланың икенсе яҡ осондағы банкта ла ошондай уҡ хәл ҡабатлана. Бында һөжүм итеүселәр икәү була.
Видеонан күренеүенсә, егеттәр үҙҙәрен ысын гангстерҙар тип хис итә. Әммә ҡара күҙлектәрҙә ҡоралланған әшнәләрҙең юлы уңмай. Улар офистан буш кеҫә менән сыға.
Уңышһыҙлыҡ талаусыларҙы яңы енәйәткә этәрә. Улар ҙурыраҡ банкҡа һөжүм итергә була. Халыҡты ҡурҡытыр өсөн береһе пистолеттан һауаға ата. Ләкин банк хеҙмәткәрҙәре осраҡ тураһында полицияға хәбәр итеп өлгөрә. Егеттәр енәйәт урынынан ҡасып өлгөрмәй.
Вадим Сәхәпов, Өфө ҡалаһы буйынса эске һаҡ идаралығының енөйөтселәрҙе тотоу төркөмө етәксеһе: «Банктан алыҫ түгел ерҙә ике егеттең йорттан сығып килеүен күреп ҡалдыҡ. Улар тышҡы ҡиәфәттәре буйынса енәйәтселәргә оҡшағайны. Яҡын бара башлағайныҡ ҡаса башланылар. Уларҙы ҡулға алдыҡ».
Егеттәрҙе ҡулға алғандан һуң полиция бүлегенә алып баралар. Береһенең ҡулынан пневматик пистолет тартып алына. Икенсеһе ҡоралын ташлай, әммә уныһын да табалар. Егеттәр банк талау юлына баҫыуҙы аҡса кәрәк булыуы менән аңлата. Әлеге ваҡытта уларҙың икеһенә лә «ҡорал ярҙамында талау» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Егеттәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар ҡорал менән ҡурҡытып 4 мең 400 һум аҡса талап алған. Бынан тыш, улар банкта быяла тәҙрәне сатнатҡан өсөн 15 мең һум аҡса түләргә тейештәр».
Ғәйепләнеүселәрҙең береһенә 17, икенсеһенә 20 йәш. Уларға 12 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.
Рәшит Тайбугин, Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте менән берлект.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку