Өфө фатирҙарының береһендә ике ир синтетик матдә әҙерләү буйынса лаборатория ойошторған була

Өфө фатирҙарының береһендә ике ир синтетик матдә әҙерләү буйынса лаборатория ойошторған була 19.01.2017

Тилерткес  менән һатыу итеүселәр Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алынған. Ғәйепләнеүселәр тыйылған матдәләрҙе антисанитар шарттарҙа әҙерләп, күпләп һатыу менән шөғөлләнгән.

Наркотиктарҙың бер өлөшөн улар махсус рәүештә йәшереп тотҡан, ҡалғандарын илдең башҡа төбәктәренә таратҡан. Тентеү ваҡытында ҡулға алыныусыларҙың ике фатирында үлсәү,  сим-карталар һәм өс килограмм тирәһе синтетик ҡатнашма табылған. Ирҙәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика