Өфө фатирҙарының береһендә ҡазаға тарыған үҫмер төҙөлөш патронынан зыян күргән

Өфө фатирҙарының береһендә ҡазаға тарыған үҫмер төҙөлөш патронынан зыян күргән 20.01.2017

Был турала малайҙың бергә уҡыған дуҫының танышы белдерҙе.  Уҡыусы бала кома хәлендә ҡаланың 17-се дауаханаһына килтерелгән. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер химик матдәләр ҡатнашлығында төрлө эксперименттар уҙғарыу менән шөғөлләнгән.  

Фажиғәгә тарыған Ильяның күршеләре лә, уҡытыусылар ҙа күңелһеҙ хәл тураһында хәбәрселәр менән аралашырға теләмәне. Шулай ҙа 15 йәшлек үҫмерҙең Сипайлово биҫтәһендәге 155-се лицейҙа химия фәнен тәрән өйрәнгән булыуы билдәле. Ваҡиғаға бәлки Өфө уҡыусыларының был аҙнала дистацион белем алыуы ла сәбәпселер тигән фекерҙәр яңғырай. Сөнки баш ҡала мәктәптәрендә киҫкен респиратор вирус инфекцияларын иҫкәртеү маҡсатында карантин иғлан ителгән. Йәш химиктың бергә уҡыған дуҫының танышы әйтеүенсә, Жуков урамындағы фатирҙа әленән-әле шартлауҙар яңғырап торған. Ул кистә лә үҫмер төҙөлөш патроны дарыһы менән сираттағы тәжрибә яһарға маташҡан
Үҫмер ауыр хәлдә баш ҡаланың 17-се дауаханаһына һалынған. Малайҙың башы һәм тәненең бер өлөшө бешкән, шулай уҡ ҡулы менән күкрәге зыян күргән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡазаға тарыусының хәле тотороҡланған. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында шунда уҡ полиция бүлегенә хәбәр ителгән, әлеге ваҡытта тәфтиш комитеты тикшереү алып бара.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку