Өфө ҡалаһында йәшәүсе йәш кеше яуапһыҙ мөхәббәттән яраланған йөрәген 200 мең һумдан ашыу суммаға баһалаған

Өфө ҡалаһында йәшәүсе йәш кеше яуапһыҙ мөхәббәттән  яраланған йөрәген 200 мең һумдан ашыу суммаға баһалаған 31.10.2014

Һөйгәне менән ташлашҡандан һуң, егет үҙе менән элекке мөхәббәтенең сейфын алып китә. Унда ҡатындың бөтә ҡиммәтле биҙәүестәре һаҡланған булған. Эштән ҡайтҡас, 36 йәшлек хужабикә  фатирынан ювелир әйберҙәре менән сейф юғалыуын шәйләп ҡала. Ул шунда уҡ  полицияға  мөрәжәғәт итә.

Ханымдың шикләнеүҙәре дөрөҫкә сыға. Полиция уның 28 йәшлек танышын  - бер ҡайҙа ла эшләмәгән, уғрылыҡ өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителеп, срогын тултырыусы  Шишмә районы гражданын ҡулға ала. Бур алтын биҙәүестәрҙең бер өлөшөн ҡиммәтле хаҡҡа һатып өлгөрә. Ҡалғандарын тәртип һаҡсылары тартып ала.
Сейфты урлап, егет  һөйгәненән үс алырға теләй. Әлеге ваҡытта ул  кеше һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Асыҡланыуынса, егет быға тиклем дә ҡатындың ҡиммәтле әйберҙәрен урлаған булған. Әммә ҡатын  һөйгәнен ғәфү итә килгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика