Өфө ҡалаһында тилерткес матдәләр һатыусы бөҙрәхана хужаһы ҡулға алынды

Өфө ҡалаһында тилерткес матдәләр һатыусы бөҙрәхана хужаһы ҡулға  алынды 21.01.2015

Баш ҡалала йәшәүсе ҡатын бөҙрәханала синтетик ҡатнашма һатыу менән шөғөлләнгән.

Уның шәхесе менән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡһыныуын белгәс, ҡатын тормош иптәше менән ҡасырға була. Ләкин тимер юл вокзалында поезға ултырырға торғанда,  ағыулы матдә һатыусыларҙы  полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Уларҙың багажында 100 грамдан ашыу синтетик ҡатнашма табыла. Ир менән ҡатынға ҡарата  енәйәт эше асылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика