Өфө ҡала хакимиәтенең элекке урынбаҫары вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланғаны өсөн 3 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде

Өфө ҡала хакимиәтенең элекке урынбаҫары вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланғаны өсөн  3 йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде 08.06.2017

Владислав Никитин суд залында ҡулға алынды. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, экс-чиновник Өфө-Забельский авиаклубы урынлашҡан ер биләмәһен бер туған апаһының төҙөлөш компанияһы ҡарамағына күсергән. Улар киләсәктә коттедж ҡасабаһы төҙөп, йорттар һатырға иҫәп тотҡан. Әле ер участкаһына арест һалынған.

Гүзәл Мәсәғүтова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса өлкән ярҙамсыһы: «Суд Владислав Никитинды 3 йыл да 6 айға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәреү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы. Бынан тыш, ул 2 йыл дауамында дәүләт идаралығына ҡағылышлы вазифа биләүҙән ситләтелде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку