Өфө-Аэропорт юлында йәнә иҫерек водитель ҡулға алынды

Өфө-Аэропорт юлында йәнә иҫерек  водитель ҡулға алынды 12.07.2014

Был юлы пассажир транспорты менән идара итеүсе ҡырын тейәп руль артына ултырған. Инспекторҙар, Өфө-Стәрлетамаҡ сәфәренә сыҡҡан «Газель» микроавтобусын туҡтатып, водителде тикшереү үткәргәндә,  алкометр 0,29  промиль күрһәтә.

Машина менән идара итеүсе кистән байрам итеүгә һылтана. Тикшереү барышында салонда 12 пассажир булыуы асыҡлана. Иҫерек килеш руль артына ултырыусы яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Суд ҡарары менән уның  водитель танытмаһынан  ҡолаҡ ҡағыуы һәм 30 мең һум күләмендә штраф һалыныуы ихтимал. Әлеге ваҡытта транспорт хужаһы асыҡлана, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре  пассажир транспортын һайлағанда иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку