Ейәнсура районында 80 баш ваҡ малды йәшен атҡан

Ейәнсура районында 80 баш ваҡ малды йәшен атҡан 14.07.2017

Күңелһеҙ ваҡиға төбәктең  Биштирәк ауылында теркәлә. Ауылдың кәзә-һарыҡтары йәшен  ваҡытында ағас төбөндә ятҡан. 14 йәшлек көтөүсе Рәмил Тимербаев көтөүлек урынынан ике метр самаһы алыҫта ултырған. Үҫмерҙең иҫән ҡалыуын ауылдаштары мөғжизәгә тиңләй.  Йәшен атыуҙан көтөүсе  тәүҙә шаңҡып ҡала, һуңынан аңына килеп видеояҙмаға төшөрә һәм ауылдаштарына хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Шаран районының Ҡортлокүл ауылы халҡы ла  йәшенле ямғырҙан зыян күргәйне. Ул мәлдә Сөн йылғаһы ярында үҫкән ағасҡа йәшен атып әрәмәлә  ямғырҙан ышыҡланған һарыҡ көтөүе ҡырылды. Төбәктә йәшен 101 баш һарыҡтың башына етте.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку