Елләтеү системаһындағы етешһеҙлектәр газ ҡорамалдарының дөрөҫ эшләмәүенә килтереп, кеше үлеменә сәбәпсе булған

Елләтеү системаһындағы етешһеҙлектәр газ ҡорамалдарының дөрөҫ эшләмәүенә килтереп, кеше үлеменә сәбәпсе булған 28.01.2017

Бөрөлә 13 ғинуар төнөндә теркәлгән биш кешенең, шул иҫәптән өс баланың вафатына йылдан ашыу ваҡыт үткән. Был хәлгә ҡағылышлы енәйәт эше судҡа тапшырылған. Бер йылдан һуң беҙҙең ижади төркөм фажиғә урынына яңынан барҙы. Һәләкәттән һуң ниндәй үҙгәрештәр индерелгән?

Беренсе фатирҙан социаль торлаҡ алыусы 27 йәшлек танышы Наталья  Сайранованы   яңы торлағына ремонт яһауын үтенә. Күршеһенең тиҙ арала ремонт эшләтергә теләүе Наталья Анатольевнаны аптыратһа ла, ул күршеһенең яңы фатирынан асҡыстарҙы ала һәм ремонт эшләй башлай. Фажиғәғә бер аҙна ҡала төшөндә күршеһенең фатирынан  ҙур һыу сыҡҡанын күрә. Ысынында иһә, төшөндәге өнөндә ҡабатлана. Әммә унда бер юлы  биш кеше газ менән ағыуланып һәләк була.
Наталья Сайранова, Чеверов урамы 44-се йортта йәшәүсе: «Иҫке яңы йылды ҡаршылап күпмелер ваҡыт үткәс күршеләрем  шаҡыны һәм беренсе фатирҙың ишегенән  һыу сыҡҡаны хаҡында әйтте. Миндә асҡыстары булғас йәһәт кенә ишекте астым һәм иҫ-аҡылым китте. Ишек төбөндә үҫмер малай, арыраҡ диванда ҡыҙ бала йөҙтүбән ята. Бер юлы биш кеше. Үҙемде ҡулға алып ашығыс ярҙам саҡырҙым. Улар такси саҡырығыҙ тип һатыулаша. Малай йылы ғына ине. Уны яһалма тын алдырып ҡараныҡ. Әммә ҡотҡарып булманы. Һуң ине».
Бөтә Рәсәйҙе тетрәндергән фажиғәғә йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бер юлы биш кешенең, шул иҫәптән өс бәлиғ булмаған баланың газ төтөнөнән ағыуланып үлеүе етәкселәрҙе граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мәжбүр иткән. Газ ҡаҙанлыҡтары урынына һыу электр менән йылытыла. Стеналарҙа өҫтәмә елләтеү уйымдары ҡуйылған. Әммә баштан уҡ дөрөҫ ҡоролмаған төтөн юлдары бөгөн дә йүнләп эшләмәй. Әммә фатирҙарҙың елләтеү юлдарынан һауа яңынан фатирға  өрөүе ғүмеребеҙгә  ул тиклем хәүеф янамай, ти  был йортта йәшәүселәр.
Наталья Сайранова, Чеверев урамы 44-се йортта йәшәүсе: «Фажиғәнең иртәгәһенә үк төҙөүселәр килде. Төтөн сығыу юлдары яҡшы эшләһен тип , балконда уйымдар эшләнеләр. Газ ҡаҙанлыҡтарын электр менән йылытыла торғандарға алыштырҙылар».
Был һәләкәтте тикшереү барышында  күҙәтеү органдары тарафынан тиҫтәләп экспертиза үткәрелә, ҡырҡлаған шаһиттан һорау алына.
Тәфтиш комитеты материалдары һигеҙ томдан тора. Унда төп ғәйепләнеүсе -идарасы компания директоры.
Светлана Абрамова, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы: «Фаразланыуынса, Бөрө ҡалаһы Чеверев урамының  44 -cе йортонда  йәшәүселәр ,газ ҡорамалдары булған фатирҙарҙа елләтеү системаһында етешһеҙлектәр хаҡында Яуаплығы сикләнгән идара итеүсе компанияға күп тапҡырҙар мөрәжәғәт итә. Идарасы компания был хаҡта директорға ла еткерә. Ошо етешһеҙлектәр хаҡында белә тороп , Беляев граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итмәгән,ғаризаларҙы ҡабул итмәгән һәм инженер селтәрҙәрендә тейешле ремонт ойоштормаған».
Әммә бындай ғәйепләүгә ҡаршы килеүселәр ҙә  юҡ түгел. Әйтәйек, идарасы компанияла беҙ мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләнек тип аҡланалар. "Өлөшләтә ғәйеп , газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоп,вафат булыусылар  ҙа ла бар" ,тигән фекер яҡлылар ҙа бар.
Виталий Гриценко, торлаҡ-коммуналь хужалығы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт инженеры:
«Бөтә ғәйепте идарасы компанияға япһарырға тырышалар.  Ҡанунда хәүефһеҙлеккә ҡағылышлы  шундай юлдар бар: идарасы компания был йортта йәшәүсе граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәъмин итергә бурыслы. Шуға ла беҙ өҫтәмә клапандар урынлаштырҙыҡ.Газ сығыу осрағына автоматик рәүештә һүндерә торған датчиктар ҡуйылды. Былтыр 13 ғинуарға ҡараған төндә фажиғәғә тарыған хужабикә инструктаж үткән. Әммә газ ҡорамалдары менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәмәгән. Әлеге ваҡытта йорт тейешенсә елләтелһен өсөн бөтә шарттар булдырҙыҡ».
Тимәк, ҡырҡ градус һыуыҡта ла вентиляция яҡшы итеп эшләһен өсөн тәҙрәне асырға кәрәк ? Был проблема менән һәр фатирҙа  тиерлек осрашҡандар. Фажиғәнән һуң күршеләге яңы йорттарҙа йәшәүселәр ҙә төтөн юлдарындағы етешһеҙлектәргә зарлана.  Төҙөүселәр елләтеү яҡшы эшләһен өсөн тәҙрә асылырға тейеш тип аңлата. Өҫтәүенә, барлыҡ йорттарҙы  ла бер үк төҙөүсе типовой  проект буйынса төҙөп ,файҙаланыуға тапшырған.
Хакимиәттә лә төҙөүселәр эштәрҙе еренә еткереп проект буйынса башҡарҙы, тип раҫлайҙар. Ә етешһеҙлектәр халыҡ фатирҙарға күсенеп йәшәй башлағас ҡына асыҡлана.  
Илдар Фәсхетдинов, Бөрө районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ -коммуналь хужалығы  буйынса урынбаҫары: «Пластик тәҙрәләр тығыҙ ябыла. Проект институтында клапандарҙы ҡуйыр өсөн өҫтәмә эштәр башҡарылды. Аш һәм йыуыныу бүлмәләрендә газ ҡорамалдары ҡулланылған осраҡта газ сигнализаторы ҡуйыла. Газды айырыусы кнопка ҡуйыла. Еләтеү системаһы эшләмәй, газ сыҡҡан осраҡта был кнопкалар атоматик рәүештә газ ҡорамалдары эшен туҡтата».
Бөрө ҡалаһы Чеверев урамының беренсе фатирында булған фажиғәғә йылдан ашыу ваҡыт уҙған.Граждандарҙың хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы хеҙмәттәр газ ҡаҙаны урынына электр һыу йылытҡысы ҡуйған. Ике ғаиләнең үлемендә ғәйеплеләр тиҙҙән суд ҡарары нигеҙендә асыҡланасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика