Эксперттар Ирәмәлгә тикшереү менән сыға

Эксперттар Ирәмәлгә тикшереү менән сыға 23.06.2016

Был турала бөгөн билдәле булды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Татарстан экстремалдарының Башҡортостандың тәбиғәт паркына сәфәре йәмәғәтселектә киң ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, технотуристар изге тауға квадроциклдарҙа күтәрелә. Юлдағы ҡаршылыҡтарҙы үтеү өсөн улар ағастарҙы киҫеүҙән дә тартынмай. Күрше республика вәкилдәренең сәйәхәте тураһында парк хеҙмәткәрҙәре белеүен белгән. Туристар 50-шәр һумлыҡ билет һатып алған һәм маршрут өсөн 2 мең аҡса һум түләгән. Әммә рәсми вәкилдәрҙән уларҙы оҙатып йөрөүселәр булмаған. Бәлки, уларға урындағы кешеләрҙең юл өйрәтеүе ихтимал. Комиссияға экстремалдарҙың ҡайһы биләмә аша үтеүен һәм үҫемлектәргә ниндәй зыян килтереүен асыҡлау бурысы тора.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку