Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ

Егет кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ 24.05.2017

Халыҡ әйтеме Бөрйән районында йәшәүсе Рафаэль Мостафинға яҡшы таныш. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы ошо көндәрҙә ҡотҡарыусы ролен башҡара.  Ул Иҫке Собханғол ауылында өс кешене янғындан ҡотҡарған.

Әлиә Байназарованың донъяһы күҙ асып йомғансы көл-күмергә әйләнә. Янғында бөтәһе өс йорт зыян күрә. Бәхеткә, ике өйҙә кеше булмай. Ә Әлиә Байназарова туғаны һәм 9 йәшлек улы менән өйҙә йоҡлап ятҡан булалар.
Юл-патруль хеҙмәтенең район бүлеге инспекторы Рафаэль Мостафин янғынды төнгө патруль ваҡытында күреп ҡала. Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр иткәс ул тиҙ арала ялҡын ялмап алған өйҙәргә ашыға. Тәүге ике өй тыштан йоҙаҡланған булыуын күреп ул өсөнсөһөнә йүгерә. Эстән бикләнгән ишекте Рафаэлға емереп асырға тура килә.  
Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр уттың күрше өйҙәргә күсмәүенә юл ҡуя. Зөбәржәт Ғилманова бәлә  хаҡында иртәгәһенә генә белә. Ваҡиға төнөндә ул өс балаһы менән туғандарында булып ҡала.
Бөрйән халҡы райондаштарын яңғыҙ ҡалдырманы. Төбәктә зыян күреүселәргә аҡса, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтар йыйыу ойошторолған. Район хакимиәтендә яңы өйҙәр һалыу өсөн ер участкалары бүлеү мәсәләһе ҡарала.
Үкенескә ҡаршы, өйҙәр страховкаланмаған булған. Әлеге ваҡытта янғын сәбәптәре асыҡлана. Шулай ҙа иң мөһиме яңғын ҡорбандарһыҙ үткән. Зыян күреүселәргә һәр кем ярҙам итә ала. Уларҙың банк карталары иҫәбен һеҙ экранда күрәһегеҙ.


БӨРЙӘН РАЙОНЫ ИҪКЕ СОБХАНҒОЛ АУЫЛЫНДА ЯНҒЫНДАН ЗЫЯН КҮРЕҮСЕЛӘРГӘ ЯРҘАМ ИТЕҮ ӨСӨН ИҪӘП:

БАЙНАЗАРОВА ӘЛИӘ РӘИЛ ҠЫҘЫ
ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ КАРТАҺЫ
6390 0206 9041 0249 18

ҒИЛМАНОВА ЗӨБӘРЖӘТ ӘЛФӘРИТ ҠЫҘЫ
УРАЛСИБ БАНКЫ КАРТАҺЫ
4406 6649 0233 7596

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку