Дыуан районында нефть аварияһы эҙемтәләре бөтөрөлә

Дыуан районында нефть аварияһы  эҙемтәләре бөтөрөлә 12.11.2014

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сальевка- Әйәҙ   трассаһы буйында нефть үткәргес тишелде. Һөҙөмтәлә 1 мең ярым квадрат метр майҙан зыян күрҙе. Ҡара алтын ете сантиметрға тиклем ергә һеңде. Әле бысранған тупраҡ ваҡытлыса һаҡлау урынына ташыла.   Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙе республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы контролгә алған.  Ғәҙәттән тыш хәлгә «Башнефть» компанияһы аңлатма бирҙе.

Авария хеҙмәттәренең оператив саралары һөҙөмтәһендә нефть ағыуы туҡтатылды, ә бысранған ер өҫтө тулыһынса таҙартылды. Компания хеҙмәтләндергән торба үткәргес  системаһындағы аварияларҙы иҫкәртеү өсөн етди саралар күрә. Мәҫәлән, нефть торбаларының сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программа буйынса 11 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку