Дүшәмбе кис Дәүләкән районында теркәлгән аварияла бер юлы ике йәйәүленең ғүмере өҙөлдө 10.11.2015

Юл фажиғәһе «Дәүләкән – Бүздәк» автомобиль юлының 8-се километрында була. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, Бүздәк районында йәшәүсе 30 йәшлек водитель «Камаз» автомобиле менән 33 йәшлек ҡатын һәм 29 йәшлек ирҙе бәрҙерә.

Ҡатын кеше ҡаршы юлдағы ВАЗ автомобиле тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Ике йәйәүле лә ауыр тән йәрәхәттәренән вафат була. Ваҡиғаны күреүселәр әйтеүенсә, улар автомобиль юлынан китеп барған. Кисә ошо уҡ ваҡытта Өфө эргәһендә лә йәйәүле ир «Лада Калина» автомобиле бәреүҙән һәләк була.  
Дөйөм алғанда, аҙнаның тәүге көнөндә республика юлдарында 12 юл-транспорт осрағы теркәлгән, өс кеше һәләк булған һәм ун өс кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. 59 водителдең руль артына эскән килеш ултырыуы асыҡланған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика