Дүртөйлө районының Яңы Бейектау ауылы халҡы өсөн оҙайлы май байрамдары ҡапыл ҡабынған «ҡыҙыу» янғын  менән иҫтә ҡалғандыр 13.05.2015

Горная урамының 3-сө йортонда янғын таңғы 6-ла ҡыйыҡ  башына ут тоҡаныуҙан башлана.

Венер Низаметдинов менән Ләйсән Ғәлимова туғыҙ йыл ошо нигеҙҙә ғүмер итә.  Ҡыйыҡтан башланған янғын  ҡыҫҡа ваҡыт эсендә йорт эсенә тарала. Барлыҡ мөлкәттәре: йорт йыһаздары, документтары янып көл-күмергә әйләнә. Өлкән улдары тәҙрә аша һикереп сыға.  Ғаилә көс -хәл менән уттан өс йәшлек улын алып сыға.
Горная урамында йәшәүселәр Низаметдиновтарҙы бәләлә яңғыҙ ҡалдырмай. Ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Янғын машиналары килгәнсе һыу һибешә, ҡурҡып ни эшләргә белмәгән бәләкәс улдарын тынысландыра, йылы сәй тәҡдим итә
Дүртөйлө районының Оло Бейектау ауылында сыҡҡан  янғынды туҡтатыуҙа  124-се янғын һүндереү бүлегенән ике  бригада  ҡатнашҡан. Янғын  һөҙөмтәһендә был ғаилә 1  миллион һумдан ашыу матди зыян күргән.
Ил менән бергә күтәргән бәлә-ҡазаны тиҙ онотоп була. Тәкәрлек ауыл хакимиәтендә янғында зыян күргән ғаиләнең яҙмышына битараф түгелдәр. Ауылдаштары кейем-һалым килтергән, матди ярҙам күрһәтеүселәр ҙә бар. Райондың социаль яҡлау бүлеге фажиғәнән һуң Ләйсәнде улы менән бергә  район  дауаханаһына урынлаштырған. Улар унан бөгөн генә сыҡҡан. Урындағы хакимиәт башлығы янғында зыян күргән ғаиләне ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙә итте.
Бәләгә тарыған ғаилә төшөнкөлөккә бирелергә теләмәй. Улар рухи һәм
физик көсөн яңынан нигеҙ ҡороп көйлө тормош башлауға йүнәлтергә ниәтләй.
Венер  менән Ләйсәнгә яҡын киләсәктә ихатала  өмә үткәреп,  тәртипкә килтерергә уйлай.

ДОП.ОФИС № 8598/0497
БИК банка- 048073601
Cчет получателя - 42307810506008512270 экранда яҙылған махсус иҫәпкә, уның бер туған ағаһы АБДУЛЛИН САЛАУАТТЫҢ иҫәбенә аҡса күсерә ала

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика