Дүртөйлө районында үлемесле юл фажиғәһе теркәлде 19.02.2016

19 йәшлек ҡыҙ юлдың насар яҡтыртылған өлөшөндә «Лада» машинаһы аҫтында ҡала. Ауыр тән йәрәхәттәренән уның ваҡиға урынында ғүмере өҙөлә. Әсән ауылында йәшәүсе ҡыҙ юлды рөхсәт ителмәгән урында үтә. Кейемендә лә ут яҡтыртыусы элементтар булмай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июлдән йәйәүлеләр төнгө эңерҙә фликерҙар тағып йөрөргә бурыслы. Законды боҙоусыларға 500 һум штраф ҡаралған. Ут яҡтыртыусы элементтарҙың хаҡы 50 һумдан башлап. Инспекторҙар билдәләүенсә, фликерҙар йәйәүлеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Был осраҡта йәйәүлене руль артындағылар төнгө эңерҙә 100 метр алыҫлыҡтан күрә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика