Дүртөйлө полицияһы урындағы кибетте талауҙа ғәйепләнеүсе ирҙең шәхесен асыҡлай

Дүртөйлө  полицияһы урындағы кибетте талауҙа ғәйепләнеүсе ирҙең шәхесен асыҡлай 15.04.2015

Видеокүҙәтеү ҡоролмаһынан күернеүенсә,  бер ай элек билдәһеҙ ир  сүкеш менән ҡурҡытып, аҙыҡ-түлек магазины һатыусыһынан 10 мең һумлыҡ көндәлек килемде алып сығып китә. Ғәҙәттән тыш хәл видеокүҙәтеү ҡоролмаһына  теркәлһә лә, битлек кейгән ирҙе танып булмай.  Оператив мәғлүмәт буйынса,  был кешенең башҡа енәйәттәргә ҡатнашлығы булыуы ихтимал. Бурҙың һатыусыға банкноталарҙың ҡайҙа ятыуын күрһәтеүе лә иғтибарҙы йәлеп итә. Камеранан күренеүенсә, сауҙа нөктәһенә ул аҡса ваҡлатам тип иртәрәк тә инеп сыҡҡан. Был кеше тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙең 8 347 87 2-10-02 телефоны аша Дүртөйлө районы буйынса эске эштәр бүлегенә, 128 һандары буйынса  Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йә иһә 02 телефондарына шылтыратыуҙары һорала.  

.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку